2020 йылды ҡаршылап! Өйөрлөп ап-аҡ ҡарҙар яуа Буран яйлап ҡына йүгерә Беҙ беләбеҙ бәхет шулай килеп Яңы йылда беҙгә ул керә Яңы йылда һәр ғаиләгә шулай Байлыҡ, сафлыҡ керһен мул итеп сысҡан йылы бирһен бәрәкәтәр Бөгөн яуған ҡарҙай күп итеп. Илебеҙҙең һәр бер мөйөшөндә Шатлыҡ инцидентты гөрләһен. Етәкселәр кеше өсөн эшләп Аттай сапһын, тотоп бөрмәһен. Ауылдарҙа, матур фатирҙарҙа Бәпәй тыуып ғаилә ҡыуанһын Вахталғы ирҙәр ҡайтып өйгә Ҡатындары менән йыуанһын. Башҡортостан тағы гөрләп торһон Инвесторҙар килһен теҙелеп. Яңы эштар эшләп, килем төшһөн, Аҡса артһын ҡулға һиҙелеп. Һәр беребеҙ һәр көн тыуған һайын Тик изгелек кенә эшләһен. Ҡыуандырһын яҡын кешелерен Яман юлға бер ҙә төшмәһен. Яңы йылда мөғжизәләр булып Һау сәләмәт булһын кешеләр Чиновниктар аҡса урламаһын Юлдар һалһын етеш эшселәр. Фольклорияда гөрләп үтеп китһен Бар негрҙар бейеп шатланһын Башҡор моңон тыңлап бөтә донъя Өфө күрҙем тиеп маҡтанһын. Хоккейсылар кубок тотоп ҡайтып Салауттың данын күтәрһен. Футболсылар Ливерпулды еңеп Аптыратһын әле бөтәһен. Яңы йыл ул бирһен беҙгә күпләп Яңы мөмкинселек, табыштар Һәр беребеҙ сыскан йылы буйы Ҡыуанһын тик күреп уңыштар! Ә һин бер ҙә бойоҡмасы дуҫым Позитивта йөре һин гелән Изге теләк теләп ҡотлайым мин Һине килгән матур йыл менән! Яңы 2020 йыл менән!!!!

Теги других блогов: Башҡортостан яңы йыл ҡарҙар